+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2022, 14:38

Балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнгән

Ҡырмыҫҡалы районында күлгә балыҡ тоторға килгән 35 йәшлек ирҙең ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнгән
Балыҡ тотоу фажиғәгә әйләнгән

Ҡырмыҫҡалы районында күлгә балыҡ тоторға килгән 35 йәшлек ирҙең ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Асыҡланыуынса, балыҡ ҡармиаҡлапрға килгән ир төнгөлөккә ҡала һәм үҙенең “ВАЗ-2112” машинаһында ҡунырға була.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, “Фараз буйынса, ул машинаһының артҡы ултырғыстарында йоҡларға ятҡан. Тик иртән бәхетһеҙлек була: әллә ул онотоп машинаһын ҡул тормозына ҡуймаған, әллә уны яңылыш ҡуҙғытҡан, һөҙөмтәлә машина ярҙан күлгә шыуып төшкән”.

Күл янынан үтеп барған кешеләр һыуҙағы машинаны күреп ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Автомобилде һыуҙан сығаралар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның эсендә водитель кәүҙәһе лә килеп сыға.

Ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Фото: yarnovosti.com

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: