Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Май , 16:20

“Юл патруле” командаһы еңеүсе!

Сиҙәм мәктәбе командаһы юл хәрәкәте йәш инспекторҙары отрядтарының “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2023”рсепублика конкурсында ҡатнашты.

“Юл патруле” командаһы еңеүсе!
“Юл патруле” командаһы еңеүсе!

Сиҙәм мәктәбе командаһы юл хәрәкәте йәш инспекторҙары отрядтарының “Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2023”республика конкурсында ҡатнашты.

 Мәләүез районында үткән сара Уҡытыусы һәм остаз йылына, шулай уҡ йәш инспекторҙар  отрядтары төҙөлөүгә 50 йыл тулыуға арналды.

Бәәйгелә район һәм ҡала этаптарында еңеү яулаған 59 команда ҡатнашты.    10-12 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙәрен, велосипедҡа идара итеү һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Был сарала район исеменән сығыш яһаған Сиҙәм мкәтәбенең Светлана Ибраһимова етәкселегендәге “Юл патруле”  командаһы һынатманы.  Бәйгелә беренсе урын алған әбйәлилдәр командаһы БР Мәғариф министрлығының беренсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнде, шулай уҡ  ”Бергәләп юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн” ижади конкурста беренселекте алып, Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Башҡортсотан буйынса ЮХХДИ идаралығының дипломына лайыҡ булды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в