Хәүефһеҙлек
28 Сентябрь 2023, 06:49

Путин туйҙа күп кешеләрҙең һәләк булыуы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ираҡ президенты Абделлатиф Рәшидкә Хамданийә ҡалаһында туй мәлендә янғын сығыу сәбәпле күп кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле ҡайғыһын  уртаҡлашыуын белдерҙе.

«Хамданийә ҡалаһында янғын арҡаһында күп кешенең  ғүмере өҙөлөүе сәбәпле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереүегеҙҙе һорайым, янғында  зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйем», - тип белдергән Владимир Путин.

     27 сентябргә ҡараған төндә Хамданийә ҡалаһында туй барған бинала янғын сыға. Сара үткән тантаналы зал еңел тоҡаныусы материалдан торған панелдәр менән ҡапланған булған.Шулай уҡ янғынға ҡашы сигнализация һәм янғын һүндереү системаларының хәүефһеҙлек талаптарына тап килмәүе асыҡланған.

    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, янғын һөҙөмтәһендә 450-нән ашыу кеше һәләк булған һәм  зыян күргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас