Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ямғыр ваҡытында юлда күреү мөмкинлеге ҡырҡа насарая, шулай уҡ еүеш асфальт юлда манёврҙар яһау ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Тормоз юлының оҙонлоғо арта.
Һыу менән тулған юл соҡорҙарыла хәүеф менән янай. Автомобилде тура юлдан ҡаршы һыҙатҡа ташлауы, ә боролош булған урында юлдан ситкә осороуы мөмкин.
Еүеш япраҡ ҡаплаған юл участкаларыла, боҙ ҡаплаған юлдан хәүефлерәк булыуы ихтимал, сөнки шина менән асфальт араһында ҡаршылыҡ кәмей. Ундай урындарҙы урап үтергә тырышырға кәрәк, ә бындай мөмкинлек булмаһа, тиҙлекте алдан кәметергә кәрәк.
Томанлы юл участкаһында автомобилдең томанға ҡаршы фараларын тоҡандырырға, алыҫ утты һүндерергә кәрәк. Томан ҡаплаған юлдарҙа автомобилдәрҙе уҙыу һәм башҡа манёврҙар яһауҙан тыйылыр кәрәк.
Тәгәрмәстәрҙе сезонға ҡарап ваҡытында алмаштырыу талап ителә.
«Ҡатмарлы һауа шарттарында юлда авария хәленә тарымаҫ өсөн хәрәкәт тиҙлеген кәметеп йөрөргә, аралыҡ дистанцияһын һаҡларға кәрәк», - тип айырым иҫкәртә Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы.