

Был комиссиялар әүҙем эшләй, планға ярашлы өс ай һайын үткәрелеп килә. Комиссияларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров етәкләй.
Ултырышта, көн тәртибенә сығарылған һорауҙарҙан тәүге булып, район биләмәһендә һуңғы өс айҙа хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәр тураһында мәғлүмәт менән Әбйәлил районы эске эштәр бүлегенең йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Илһам Килдейәров сығыш яһаны. Уның сығышынан күренеүенсә алып барылған аңлатыу, иҫкәртеү эштәренә ҡарамаҫтан, телефон аша кеше аҡсаһын үҙләштереү, мутлашыу осраҡтары арта бара.
Әйткәндәй, йыл башынан илдә бындай 12 мең осраҡ теркәлгән, кешеләргә килтерелгән зыяндың күләме ике миллиард һумға еткән.
Рәсәй федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Әбйәлил филиалы инспекторы Ринат Фәрит улы Ҡунаҡбаев үҙ сығышында бүлектең эше, хөкөм ителгәндәрҙе мотлаҡ, холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү, азат ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү буйынса алып барылған эштәр анализланды. Быға яуаплы учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәренән торған берҙәм комиссияның, ауыл биләмәләренә сығып рейдтар үткәреүе ыңғай баһаланды, артабанда был эштәр дауам ителәсәк.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса эш торошо тураһында мәсьәлә ҡаралды. “Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит” акцияһын үткәреү буйынса план ҡабул ителде.
Комиссия ағзалары район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов раҫлаған "2024-2029 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районы биләмәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе тәьмин итеү" муниципаль программаһы менән таныштылар.