

Ошо уҡ йылда Рәсәйҙең 37 төбәгендә сәнәғәт сүп-сарҙары массаһы кәмегән. Башҡортостан ҡалдыҡ сығарыуҙы кәметеүсе ун төбәк иҫәбенә ингән. Был күрһәткес буйынса Ростов өлкәһе алда бара, унда предприятиелар ҡалдыҡтар генерацияһын 2,5 тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарта алған. Икенсе урында - Марий Эл (-58,6%), өсөнсөлә - Севастополь (-47,3%). Промотходтарҙы ҡыҫҡартыу буйынса ун лидер иҫәбенә шулай уҡ Төмән, Ленинград, Липецк өлкәләре, Төньяҡ Осетия, Кострома өлкәһе, Алтай крайы ингән.
2022 йылда Рәсәй предприятиелары рекордлы 9 миллиард тонна ҡалдыҡ кәметеүгә өлгәшкән, был 2021 йылғы күрһәткестәрҙән 600 миллион тоннаға кәмерәк, йәки 6,7 процент.
Сәнәғәт ҡалдыҡтарының төп массаһын, йәки “иң бысрағы” күмер сығарыуға тура килә. Унан ҡала металлургия производствоһы ҡалдыҡтары һәм туҡыу изделиелары етештереү килә.
Предприятиеларҙың дөйөм ҡалдыҡтары массаһында Кузбасс (4 млрд тонна), Якутия (719 млн тонна), Красноярск крайы (589 млн) менән алда тора. Ҡалдыҡтар күп сығарған төбәктәр араһына Хакасия, Байкал аръяғы крайы, Иркутск, Силәбе, Мурманск, Сахалин өлкәләре һәм Хабаровск крайы инә. Башҡортостан төбәктәр араһында 23-сө урында тора.
Иң аҙ сәнәғәт ҡалдыҡтары Ингушетияла (7,5 мең тонна), Ҡалмыҡстанда (17 мең) һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙа (56,3 мең) булған. Аҙ ҡалдыҡ булған төбәктәргә, шулай уҡ Ненец АО, Алтай, Дағстан, Әстерхан өлкәһе, Сыуашстан, Мари һәм Чечен республикалары инә. Был төбәктәрҙең күбеһендә башлыса аҙ күләмдә ҡалдыҡтар тыуҙырыусы агросәнәғәт комплекстары ғына бар.