+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар , 18:06

Бастрыкин Башҡортостанда эт кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға ҡушҡан

Рәсәй Тәфтиш Комитеты рәйесе Александр Бастрыкин Башҡортостан Тәфтиш Комитеты етәксеһе Владимир Архангельскийға Ишембайҙа эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеүе тураһында мәғлүмәт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға күрһәтмә биргән.

Бастрыкин Башҡортостанда эт кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға ҡушҡан
Бастрыкин Башҡортостанда эт кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға ҡушҡан

 Федераль телеэфирҙа Ишембайҙа стаффордшир терьеры тоҡомло эттең кешеләргә бер нисә тапҡыр һөжүм итеүе тураһында хәбәр ителә.  Бәйһеҙ йөрөгән эт граждандарҙы агрессив ҡылыҡтары менән ҡурҡыта.

    8 ғинуарҙа был эт тышта пекинес тоҡомло этен йөрөтөүсе ҡатынға ташлана. Һөҙөмтәлә ҡатын ҡулына йәрәхәт ала, ә уның эте һәләк була. Стаффордшир терьеры хужаһы бынан алдағы ялыуҙар буйынса бер ниндәй  сара күрмәгән, тик  административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

    Башҡортостандың тәфтиш комитеты был факт буйынса тикшереү материалын эске эштәр органдарынан тапшырыу мәсьәләһен ҡуҙғатҡан. Йөкләмәнең үтәлеше ведомствоның үҙәк аппаратында контролгә алынған.

Автор:
Читайте нас: