+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Ғинуар , 08:54

Республикала үткән йылда 21 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған

2023 йылда Башҡортостандың ҡала һәм ауылдар урамдарында өҫтәмә рәүештә 21 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған. Урамдарҙың яҡтыртылған өлөшөнөң дөйөм оҙонлоғо 298 км-ға артҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала үткән йылда 21 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған
Республикала үткән йылда 21 мең яҡтыртҡыс ҡуйылған

      Республикала урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса эштәр төрлө программалар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2023 йылда республика программаһы буйынса  был эштәргә, 300 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бындай финанс,  2863 яҡтылыҡ бағаналары һәм 8140 яҡтыртҡыс ҡуйырға  мөмкинлек биргән. Ошо программа аша 215 км оҙонлоҡта 1029 социаль объекттарға, атап әйткәндә мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханаларға илткән юлдар  яҡтыртылған.

     Тораҡ пункттарҙың яҡтыртылыуын яҡшыртыу өсөн муниципалитеттар энергия сервисы контракттары механизмын да әүҙем ҡуллана. Уның аша,  2018 йылдан 2023 йылға тиклем 20 ҡала һәм районда 86 мең яҡтыртҡыс алмаштырылған. 2024 йылға тағы 15 мең яҡтыртҡысты модернизациялау планлаштырыла.

     2023 йылда муниципалитеттар урындағы бюджет иҫәбенә өҫтәмә рәүештә 5245 яҡтыртҡыс һәм 349 яҡтылыҡ бағаналары ултыртҡан. Башҡа программалар ярҙамында 7 меңдән ашыу яҡтыртҡыс һәм 2 мең яҡтылыҡ бағаналары ҡуйылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: