+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар , 12:02

Пилотһыҙ аппараттарҙы бәреп төшөрөргә рөхсәт ителә

Рәсәй Президенты Владимир Путин транспорт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренә пилотһыҙ осоу аппараттарын бәреп төшөрөү хоҡуғын биргән законға ҡул ҡуйған. #ВладимирПутин

Пилотһыҙ аппараттарҙы бәреп төшөрөргә рөхсәт ителә
Пилотһыҙ аппараттарҙы бәреп төшөрөргә рөхсәт ителә

Законға ярашлы, 2024 йылдың 1 сентябренән транспорт хәүефһеҙлеге подразделениелары хеҙмәткәрҙәренә пилотһыҙ аппараттарҙың осоштарын барлыҡ сараларҙы ҡулланып, туҡтатыу хоҡуғы бирелә.

     Бындай ҡарар хәүефһеҙлек зонаһы булдырылған транспорт инфраструктураһын һаҡлау маҡсатында ҡабул ителгән.

Дрондарҙы, пилотһыҙ ҡоролмаларҙың дистанцион идара итеү сигналдарын баҫыу, үҙгәртеү, уларҙың идара итеү пульттарына тәьҫир итеү, йәки юҡ итеү мөмкинлектәрен ҡулланырға була тиелә, законда.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: