+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Февраль , 11:47

Мутлашыусыларҙың кешене тишек кәмәгә ултыртыу өсөн яңы ысулы асыҡланған

Башҡортостанда мутлашыусылар автоһәүәҫкәрҙәргә лә барып етте. Дәүләт автоинспекцияһында яңы төр телефон мутлашыуы тураһында иҫкәртәләр.

Мутлашыусылар асыҡ ҡулланылышта булған бөтә автомастерскаяларға шылтыратып, машинаның популяр маркаһы хужалары булып таныла.

Әгәр шылтыратыу ваҡытында автосервиста аталған маркалы автомобилде хеҙмәтләндерһәләр, шылтыратыусы оҫтаны ремонтланған автомобилдең ысын хужаһы уның менән һөйләшкәненә ышандыра һәм ремонтлауҙың хаҡы, ваҡыты һәм башҡа деталдәрен һорай, шулай уҡ элемтә өсөн үҙенең номерын аныҡлауҙы һорай.

Автомобиль хужаһының телефон номерын алғас, мутлашыусылар машина хужаһына шылтыратып, машинаны ремонтлаусы булып таныштыралар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн билдәле бер сумманы күсерергә күндерәләр. Кисә  бындай мутлашыуҙың тәүге факты Октябрьский ҡалаһында теркәлгән.

Мутлашыусыларҙың кешене тишек кәмәгә ултыртыу өсөн яңы ысулы асыҡланған
Мутлашыусыларҙың кешене тишек кәмәгә ултыртыу өсөн яңы ысулы асыҡланған
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: