+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Март , 13:49

Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине

Бөгөн Әбйәлил районы Ташбулат ауылы янында еңел автомобиль янып китә.

Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине
Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине

    Капотынан төтәй башлаған автомобилде күреп юл-патруль хеҙмәткәрҙәре туҡтай, янғын һүндереү хеҙмәтенә хәбәр итәләр, яна башлаған автомобилде үҙ көстәре менән һүндерә башлайҙар. Улар килгәндә, оло йәштәге водитель ҡаушауҙан бер нәмәлә эшләй алмай торған була.

         Кусем руднигы янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең тиҙ арала килеп етеүе, юл-патруль хеҙмәткәрҙәренең аныҡ эш итеүҙәре һөҙөмтәһендә янғын ваҡытында һүндерелә. Был хәлдең, хәүефле объект, автозаправка станцияһы эргәһендә булыуын иҫәпкә алғанда, бәләнең ҙурға китеүе бик мөмкин ине.

Янғын сығыу сәбәбен асыҡлау бара.

Полицияның өлкән  лейтенаты Альбина Мусина.

Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине
Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине
Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине
Бәләнең ҙурға китеүе мөмкин ине
Автор:
Читайте нас: