+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Март , 15:36

Һунарсыларҙы уҡытыу мотлаҡ буласаҡ

«Башҡортостан республикаһында һунар һәм һунар ресурстарын һаҡлау тураһында» төбәк законына тейешле төҙәтмәләр әҙерләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Һунарсыларҙы уҡытыу  мотлаҡ буласаҡ
Һунарсыларҙы уҡытыу мотлаҡ буласаҡ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һунарсы билетын алыу шарты итеп хәүефһеҙ һунар ҡағиҙәләре тураһында белемде тикшерергә тәҡдим итәләр.

        Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев һөйләүенсә, хәҙер бындай талап бар, әммә ул ғәмәлдә үтәлмәй. "Республика ҡануниәтендә белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереүҙе гарантияламаған процедура ҡаралған: буласаҡ һунарсылар бары тик һунар минимумы талаптары менән генә танышырға тейеш. Бындай хәл хәүефһеҙлеккә булышлыҡ итмәй һәм күп һанлы аңлы рәүештә хоҡуҡ боҙоуҙарға килтерә, һунар ҡағиҙәләрен үтәмәү, законһыҙ һунар итеү һәм боҙоу факттары буйынса эштәр ҡуҙғатыла. Закон ҡабул итеү һунарҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙың һанын һәм ауырлығын кәметергә мөмкинлек бирәсәк", - тип һанай  Толкачев.

Һунарсылар өсөн уҡыу программаһын һәм имтихандарҙы һунарсылар ойошмалары әҙерләйәсәк, тип күҙаллана. Уларға буласаҡ һунарсыларҙың белемен тикшереү бурысы ла йөкмәтелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: