+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель , 09:21

Һыу баҫыу осраҡтары йышайған райондар бар

Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 416 мөрәжәғәт килгән.

Һыу баҫыу осраҡтары йышайған райондар бар
Һыу баҫыу осраҡтары йышайған райондар бар

Башҡортостанда үткән тәүлек эсендә һыу баҫыу тураһында 65 хәбәр алынған.

  Әйтәйек, Хәйбулла районында һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе сәбәпле ҡарҙар иреп, Аҡъяр-Сибай трассаһы аша һыу киткән, трасса ябылған. Шулай уҡ Буребай ауылы эргәһендә юл аша  510 см кимәлендәге һыу ағымы теркәлгән.

Дәүләкән районы Ҡамсалытамаҡ ауылы янында Өршәк йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә +152 сантиметрға күтәрелгән, 409 см тәшкил иткән.

Кушнаренко районы Үрге Аҡбаш ауылы эргәһендәге Ҡаръяҡ йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле 133 сантиметрға күтәрелгән һәм 328 сантиметр тәшкил иткән.

Ҡырмыҫҡалы районының Бекетово ауылы янында Үҙән йылғаһында 134 сантиметрға күтәрелеү теркәлгән, һыу кимәле 215 сантиметр тәшкил иткән.

Баймаҡ, Әлшәй, Туймазы, Хәйбулла, Миәкә, Кушнаренко, Дәүләкән, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында 11 һыу баҫыу осрағы теркәлгән.

Автор:
Читайте нас: