+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель , 08:11

Йылғаларҙың яҙғы максималь кимәлгә күтәрелеүе алда әле

Башҡортостанда йылғаларҙың боҙ ҡатламынан әрселгән мәле бара.

Йылғаларҙың яҙғы максималь кимәлгә күтәрелеүе алда әле
Йылғаларҙың яҙғы максималь кимәлгә күтәрелеүе алда әле

Көндәр йылыныу сәбәпле, республиканың көнъяҡ өлөшөндә ҡайһы бер йылғалар боҙҙан тулыһынса әрселгән. Был хаҡта БСТ телеканалында брифинг барышында белдерҙеләр.

Беҙ Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында ғына уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 40 сантиметрға тиклем юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүен көтәбеҙ, башҡа йылғаларҙа максималь кимәл уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын буласаҡ, - тип белдерҙе Башгидромет начальнигы вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева. Шулай уҡ Урал аръяғы йылғалары норманан 50-100 сантиметрға юғары күтәрелеүе мөмкин. Хәҙерге ваҡытта  дала йылғаларының кимәле тәүлегенә 80 сантиметрға артҡан, тине.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: