-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Апрель , 12:35

27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Республикала тәбиғәт янғындары, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа янғындар барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеү өсөн, уҙған йылдарҙы һәм алдағы май байрамдарын иҫәпкә алып, 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла. Быға шул усаҡ яғыу, ҡоро үлән, баҫыу урындарын үртәү, граждандарҙың урмандарға барыуын сикләү, урман янғындарына юл ҡуймауға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар күреү ҡарала.

«27 апрелдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ. Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ бар, әҙерләнәйек”-тине Башҡортостан башлығы Радий Хабиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған:

- граждандарға - 10 меңдән 20 мең һумға тиклем;

- вазифалы кешеләргә - 30 меңдән 60 мең һумға тиклем;

- юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә - 60 меңдән 80 мең һумға тиклем;

- юридик шәхестәргә - 400 меңдән 800 мең һумға тиклем.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: