+7 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель , 12:10

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла

Ҡар япмаһының иреүе  һәм  урман фонды менән сиктәш территорияларҙа янғын сығыу хәүефе булған  нөктәләрҙең асыҡланыуы сәбәпле 2024 йылдың 17 апреленән Башҡортостан республикаһы территорияһында янғын хәүефе миҙгеле асылды. Төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, Республика биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле ярайһы уҡ ҡатмарлы буласаҡ. Һауа температураһының күтәрелеүен, шулай уҡ янғын хәүефлелеген иҫәпкә алып, урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режим май байрамдары алдынан – 27 апрелдән индереләсәк.

Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла
Республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асыла

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урмандарға йөрөгәндә тыйыла:

- асыҡ ут менән файҙаланыу;

- янып торған шырпыны, тәмәкене ташлап ҡалдырыу;

-майланған йәки янар матдәләр һөртөлгән материалдарҙы ҡалдырыу;

-шешәләр йәки быяла ярсыҡтарын  ҡалдырыу, сөнки улар яндырыу линзалары кеүек эшләй ала;

-ағастар аҫтында, аҡландарҙа, йырындарҙа, баҫыуҙарҙа, урманда үлән яндырыу;

- йәш ағаслыҡтарҙа, торфлы туғайҙарҙа, урман ҡырҡыу, ҡоро үләнле урындарҙа, шулай уҡ ҡороған, ел йыҡҡан ағастары булған урман участкаларында усаҡ яғыу;

-урман хужалығы эштәрен үткәргәндә  ағас ҡалдыҡтарын яндырыу.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы, тәбиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өсөн, янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы, иҡтисад объекттарын ут стихияһынан һаҡлау өсөн уяулыҡ тәьмин итеүҙе һорай.

Урман янғыны, йәки урман массивтары янында янғын сыҡҡан осраҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының  диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк:

8 (347) 218-14-14, 8 (800) 100-94-00

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: