Был турала Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итте. Дрондар йәнә Алабуға махсус иҡтисади биләмәһенә һәм "ТАИФ" компаниялар төркөмөнә йүнәлгән булған. Әлеге ваҡытта предприятие хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялайҙар.
Шулай уҡ бөгөн иртән Волга буйы федераль округында – Мордовияла тағы бер БПЛА бәреп төшөрөлдө. Билдәле булыуынса, Мордовия менән Украина араһы - 700, Татарстан менән – 1000 километр.
Росавианан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә үрҙә телгә алынған өс аэропорт эше сикләнгән килеш ҡала.
Күптән түгел БПЛА Татарстандың Алабуға һәм Түбәнге Кама ҡалаларына һөжүм итеп, бер нисә кеше зыян күргәйне. Был юлы белгестәр, дрондарҙы ваҡытында тота алды.
Фото: "Башинформ".
Автор:Альфия Мингалиева