+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель , 07:30

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

27 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Бындай режим тәбиғәт янғындарын булдырмау, тораҡ пункттарҙа янғындар хәүефен кәметеү өсөн индерелә. Ул ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлегенең өҫтәмә талаптары, шул иҫәптән асыҡ урында усаҡ яғыу, ҡоро үлән, баҫыуҙа һалам ҡалдыҡтарын үртәү тыйыла, халыҡтың урмандарға инеүе сикләнә,  билдәләр ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта административ яуаплылыҡ та арта, янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн штрафтар ике тапҡырға арта.

      Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  республика буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов белдереүенсә, БР Хөкүмәте ҡарары менән тәбиғәт һәм ландшафт янғындары таралыу ҡурҡынысы янаған 187 тораҡ пункты, 62 баҡса ширҡәте һәм 45 балалар һауыҡтырыу лагеры билдәләнгән.

     Янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн Башҡортостанда был осорға 22 мең самаһы кеше һәм 5,5 мең берәмек техниканан торған төркөмдәр ойошторолған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  республика буйынса баш идаралығының аэромобиль төркөмө лә даими әҙерлектә торасаҡ.

      Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт Комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 765 кешенән һәм 130 берәмек техниканан торған ведомство ҡарамағындағы янғын-ҡотҡарыу подразделениелары янғын хәүефе осорона әҙер.

Башҡортостанда 1 100 янғын һүндереүсе, шулай уҡ 18 күсмә янғын резервуары әҙерләнгән. Республика уҡыу-методик үҙәге базаһында янғын һүндереү программаһы буйынса 2 меңдән ашыу ирекмән уҡытылған. Шәхси составты янғын урындарына тиҙ арала килтереү өсөн республика бюджеты иҫәбенә  2022 йылда ике автобус һатып алынған. Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты даими дежурҙа тора, ул оператив бурыстарҙы хәл итеү өсөн 46 тапҡыр йәлеп ителгән.

      Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, министрлыҡ ҡарамағындағы урман янғындары формированиеларының дөйөм төркөмө 950-нән ашыу кеше һәм 650 берәмек техника тәшкил итә. Урмандарҙа янғын хәүефен күҙәтеүҙе күп кимәлле система буйынса йыһан мониторингы ярҙамында, авиация, ер өҫтө патруле һәм урман һаҡлау  видеомониторинг системаһын файҙаланып ойошторалар.

    1 майға тиклем муниципалитеттар урман массивтарына терәлеп ятҡан тораҡ пункттар, иҡтисад һәм социаль  объекттар тирәләй ер һөрөүҙе эшләргә, шулай уҡ киңлеге 10 метрҙан кәм булмаған буфер зоналарын ҡоро үләндән һәм янар материалдарҙан таҙартыуҙы йәки киңлеге 1,4 метрҙан кәм булмаған янғынға ҡаршы минераллаштырылған һыҙаттар булдырырға тейештәр.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: