+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май , 16:17

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте — донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып килә һәм үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге һағына баҫа.

Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте — донъялағы иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып һанала. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып килә һәм үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге һағына баҫа. 61-се янғын һүндереү часендә хеҙмәт итеүсе Шамил Әсәҙуллин 30 йылға яҡын ғүмерен ошо һөнәргә арнаған.

Хәлил ауылының күп балалы ғаиләһендә тыуған Шамил Шәйхислам улы бәләкәйҙән спортҡа ғашиҡ. Район, республика кимәлендәге еңел атлетика, саңғы буйынса ярыштарҙа һәр саҡ алдынғы урындарҙы биләй. Тымыҡ океан флотында Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, төрлө ойошма-предприятиеларҙа водитель булып эшләй. Атаһы Хәлил ауылындағы янғын пунктында ябай хеҙмәткәр булып эшләгәнгәме, яҙ-мыш уны ла 61- се янғын һүндереү часе менән бәйләй.
Ш. Әсәҙуллин 1997 йылда ябай янғын һүндереүсе булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләп, ҡарауыл начальнигы булып та хеҙмәт итә.
— Янғын хеҙмәтенә эшкә осраҡлы ғына килеп эләктем, әммә был һөнәр күңелемә ятты һәм унан айырыла алманым. Халыҡҡа ярҙам итеү, уларҙың рәхмәтен һәм фатихаларын алыу, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу оҡшай. Беҙҙең төп бурыс — кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, янғын һәм уның эҙемтәләрен юҡ итеү. Эшләү дәүерендә беҙ һүндергән янғындың, ҡотҡарған ғүмерҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡыҙғанысҡа, аяныслы хәлдәр ҙә булды.  Хәтерҙә  мәңгелеккә уйылып ҡалғаны — Ишбулды ауылында ҡарттар йортоноң яныуы, унда 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Аҙым һайын үле кәүҙәләр ятыуы хәҙер ҙә ҡурҡыныс төш кеүек, — ти ул. 
Был хеҙмәт эйәләренең төп бурысы булып кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен, йорттарҙы янғындан һаҡлау тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағына күсерелгәс, улар иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыс — кешеләрҙе ҡотҡарыу хеҙмәте лә өҫтәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәргә килгәндә, Шамил Шәйхислам улы өсөн 2013 йылда районды һыу баҫыуы иҫтә ҡалған мәлдәренең береһе. Дәүләт, Хәлил ауылдары эргәһендәге плотиналарҙы һаҡлай ул, сәғәте-минуты менән һыуҙың күтәрелеү-күтәрелмәүе тураһында өҫтәгеләргә мәғлүмәт биреп тора. Аҙналар буйы өйөнә ҡайтмай намыҫлы башҡарған хеҙмәте эҙһеҙ үтмәй: уға маршал Василий Чуйков исемендәге миҙал тапшырыла. 
— Тағы ла Асҡар ауылындағы дөйөм ятаҡта ҡот осҡос янғын сыҡты. Икенсе ҡатта йәшәгән кешеләр төтөнгә түҙә алмай, тәҙрәләрҙән баштарын тығып сәсәгән мәлдә хеҙмәттәшем Артур Шакиров менән икәүләп уларҙы ҡотҡарып алып ҡалдыҡ, — ти Ш. Әсәҙуллин.
Шамил Шәйхислам улы эштә булмаған осраҡта ла ҡайҙа төтөн күрә, шунда йүгерә. Ауыл эсендә, күрше тирәлә йәиһә урманда, ғөмүмән, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, төтөн еҫен һиҙеү, уяу, абай булыу уның үҙ эшенә тоғро, яуаплы ҡараған хеҙмәткәр икәнен дәлилләй.
— Белгәндәребеҙҙе гел ҡабатлап торабыҙ, сөнки ут менән көрәшеүҙә һәр секунд мөһим. Янғын һүндереүсегә тиҙ, сифатлы һәм ышаныслы эш итеү мөһим. Ҡарауылда булғанда, бер тәүлек эшләйбеҙ ҙә, өс тәүлек ял итәбеҙ. Өйҙә саҡта ла һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, бәләнең ҡайҙа-ҡасан килеүен белеп булмай. Ныҡ ҡурҡыныс янғындар булған осраҡта саҡыртып та алалар, — ти янғын һүндереүсе. — Урмандар яныуы ла хәүефле хәҙер. Бындай ваҡыттарҙа ауылға янғын яҡынайған ергә барып, кешеләргә, мөлкәткә, мал-тыуарға янғын янамаһын өсөн бөтә хәүефһеҙлек шарттарын булдырабыҙ. 
27 йыл эшләү дәүерендә янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Етәксе һүҙенә ҡарағанда, Шамил Шәйхислам улы һәйбәт белгес, янғын һүндергәндә һәм авария-ҡотҡарыу эше үткәргәндә тәүәккәл эш итә. Ул тиҫтәләгән ҡатмарлы янғын һүндереүҙә ҡатнаша, юл-транспорт фажиғәләренә бара, кеше һәм милекте ҡотҡара.
Шамил Шәйхислам улы, өҫтәүенә, дәртле кеше лә. Тынғыһыҙ эш мәлендә хужалығында мал-тыуарын да тәр-биәләргә, баҡса эштәре менән булышырға ла, «Люкс» таксиһында даими рәүештә аҡса эшләргә лә өлгөрә. Ул янғын һағы хеҙмәте линияһы буйынса үткәрелгән бихисап сараларҙа даими ҡатнаша. Хеҙмәттәштәре Ғәлим Мортазин, Салауат Хәмитов менән бергә сәскә үҫтереү буйынса үҙҙәре эшләгән ойошманы районда  алдынғылар рәтенә сығаралар. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт ветераны. Һәм ул быйыл да һөнәри байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылай.
— Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремә, беҙгә ярҙам итергә әҙер торған ирекмәндәргә, ветерандарыбыҙға именлек-һаулыҡ, барлыҡ изге эштәрендә уңыштар теләйем. Беҙҙә батыр йөрәкле, ысын ир-егеттәр генә хеҙмәт итә, — тип тамамланы мәҡәләбеҙ геройы.
Тәүлек әйләнәһенә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ла ҡарамай һәр саҡ халыҡ именлеге, хәүефһеҙлеге һағында тороусыларҙың, мәрхәмәтле һәм шул ваҡытта хәүефле һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусыларҙың барыһына ла тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтке килә.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: