-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июнь , 07:30

Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре кәңәшмәгә йыйылды

Унда  Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәте эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министры, генерал-лейтенант Александр Куренков һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре кәңәшмәгә йыйылды
Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре кәңәшмәгә йыйылды

Бөтә Рәсәй йыйылышында ҡатнашыусылар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Дәүләт янғын күҙәтеүе органдары һәм федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең суд-эксперт учреждениелары эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләһен ҡараны. 200 – ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан сарала, министрлыҡтың үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре, илдең янғын күҙәтеүе буйынса баш дәүләт инспекторҙары, фәнни-белем биреү һәм суд-эксперт учреждениелары белгестәре, ведомство һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине. Йыйылыш барышында федераль дәүләт янғын күҙәтеүен камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр һәм был йүнәлештә эштең төп бурыстарын билдәләнеләр.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: