Рәсәйҙә сүп-сар сығарыу системаһын камиллаштырыу өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөргә, һөҙөмтәлерәк ҡорамалдар ҡулланырға кәрәклеген белдергән. "Яңы майҙансыҡтар, заман талаптарына яуап биргән ҡорамалдар кәрәк, был сүп - сар сығарыу системаһын камиллаштырасаҡ", - тигән Владимир Путин РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козловҡа Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә. Шулай уҡ, Президент тикшереүҙәр үткәрергә һәм намыҫһыҙ операторҙарҙы яуапҡа тарттырырға ҡушҡан.
Белеүебеҙсә, “Экология” милли проекты - тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән һәм түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү, сүплектәрҙе бөтөрөү, урмандарҙы һәм һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды һәм экологик тәрбиәне үҫтереү, биологик төрлөлөктө һаҡлау.