Хәҙер юлдарҙа камералар ҡуйыу тураһында ҡарарҙы төбәк власть органдары, йәки юлдарҙың хужалары ҡабул итә ала, ләкин ҡарар ЮХХДИ менән килешелергә тейеш.
Стационар юл камераларын маршрут транспорт саралары өсөн бүленгән һыҙатлы юлдарҙа; юлдарҙың авария хәүефле участкаларында; йыл дауамында дүрт һәм унан күберәк юл-транспорт ваҡиғалары булған юлдар киҫелештәрендә; юл эштәре алып барылыу сәбәпле хәрәкәт тиҙлеге сикләгән урындарҙа; йәйәүлеләр үткәүелдәрендә; туҡтау тыйылған урындарҙа; юл сатында; ЮХХДИ билдәләгән урындарҙа ҡуйылырғамөмкин.
Камераларҡуйыутураһында мәғлүмәттәрһәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар тураһында теркәләсәк исемлек интернет селтәрендә баҫылырға, халыҡҡа еткерелергә тейеш. Камерасертификатланған булыуы мотлаҡ.