-3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь , 14:46

Биләмә янғын һүндереү машинаһына лайыҡ булды

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы (ДПК)» смотр-конкурсында Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаған Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ҡыйыу ир-егеттәре еңеү менән ҡайтты.

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы (ДПК)» смотр-конкурсында Әбйәлил намыҫын яҡлап сығыш яһаған Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ҡыйыу ир-егеттәре еңеү менән ҡайтты. Рифат Йосопов, Әғзәм Ишмырҙин һәм Сергей Субботиндың (һүрәттә) утҡа ҡаршы көрәштә профессионалдарса йылдам, оҫта эш итә белеүе елле бүләк — ГАЗ-66 базаһындағы янғын һүндереү машинаһы менән баһаланды.

Башҡортостан Хөкүмәте республикала ирекле янғын һағын үҫтереүгә һәм ДПК-ларҙы кәрәкле техника менән тәьмин итеүгә әүҙем булышлыҡ итә. Һуңғы 6 йылда муниципалитеттарҙа ирекмәндәр ҡулына 40 янғын һүндереү машинаһы һәм 218 берәмек тағылмалы техника бирелгән. Ирекле янғын һүндереү командалары араһында уҙғарылған смотр-конкурс та уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға, ғәҙәттән тыш шарттарҙа эшләгәндә психологик һәм физик әҙерлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: — Беҙ элек Советтар Союзында ғәмәлдә булған ирекле янғын һүнде-реүселәр һағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Улар хәҙер ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ирекле янғын һүндереү командалары араһында ойошторолған смотр-конкурс икенсе йыл рәттән Рәсәй Геройы М. В. Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик комплексы биләмәһендә уҙғарыла. Әйткәндәй, унда былтыр ҙа Әбйәлил районы исеменән Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе командаһы ҡатнашҡан. 37 команда араһында призер исемен яуларға уларға ни бары бер аҙым ғына етмәгән. Хәйер, республика күләмендә дүртенсе урынға лайыҡ булыу ҙа насар күрһәткес түгел. Шул уҡ составтың, бары Азат Ғәлиәкбәровты ғына Әғзәм Ишмырҙин алыштырған, быйыл еңеү яулауы ныҡышмалылыҡ, сәм һәм тыуған ауыл өсөн тырышлыҡ өлгөһө ул!
Ағымдағы смотр-конкурста бөтәһе 46 команда — 150-ләп кеше көс һынашҡан. Ярыш ике категорияла уҙған. Төп техникала  ҡатнашыусы беҙҙең район командаһы утҡа ҡаршы көрәштә иң яҡшы әҙерлек сифаттарын — махсус техник ҡорамалдар менән командала берҙәм һәм етеҙ эш итә белеү оҫталығын күрһәткән. Ирекмәндәр ваҡытҡа мотопомпа ярҙамында һыу һурҙырыу, рукав линияһын һуҙыу һәм һыу биреү, һыуҙы сәпкә һиптереүҙә ярышҡан.
— Үҙебеҙҙең ауыл биләмәһе ир-егеттәренең республика күләмендәге конкурста еңеүе менән бик ныҡ ғорурланам. Көндәлек тормошта ла ауыл ғәме менән йәшәгән, башҡалар ҡазаһына битараф ҡала белмәгән, көн-төн тип тормай ярҙамға ашыҡҡан кешеләр улар. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе район үҙәгенән алыҫта ята. Асҡарҙан янғын һүндереүселәр килеп еткәнен көтһәң, билдәле, уттан бер нимә лә ҡалмаясаҡ. Ошондай ваҡыттарҙа бар эштәрен ташлап, үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ярҙамға килгән ДПК егеттәренә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, — ти биләмә башлығы Н. В. Сатина.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә ирекле янғын һүндереү командаһы 2015 йылда формалашҡан. Уның составында 10-лап кеше тора. 2018 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Сиҙәмдәге иҫке амбулатория бинаһын йылы гараж итеп йүнәтеп, янғын һүндереү машинаһын һәм таҡтырмаһын ҡуйғандар.

Ирек СӘҒИТОВ, БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: — Республика торама пункттарының 76 проценты, уларҙа республика халҡының 21 проценты йәшәй, ирекле янғын һүндереү командалары ҡарамағында. Ирекмәндәр сафында 4 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. ДПК-лар 730 берәмек янғын һүндереү һәм быға ҡулайлаштырылған техника менән ҡоралландырылған. Был көнөн дә, төнөн дә ярҙамға килеүсе бик ҡеүәтле армия.

— Янғын һүндереү таҡтырмаһына Сиҙәм ауылының старостаһы, депутат Геннадий Адайкин яуаплы итеп беркетелгән. Ауыл мәнфәғәтендә ваҡытын да, шәхси тракторын да һис йәлләмәй ул. Был йәһәттән, бер фермерҙы ла айырып үтә алмайым, янғын сыҡһа, сәсеүме, ураҡмы тип тормай, бөтә эштәрен ташлап, шәхси техникаларында утты һүндерергә ашығалар, — тип дауам итә һүҙҙе Наталья Владимировна. — Ә республика смотр-конкурсында район намыҫын яҡлап сығыш яһаусы команда ағзалары өсөһө лә үҙ эштәренең оҫталары, ысын профессионалдар. Улар Магнитогорск ҡалаһының янғын һүндереү часында хеҙмәт итәләр, ял көндәрендә тыуған төйәктәренең янғын хәүефһеҙлеге һағын тәьмин итәләр. Егеттәргә ҡоро сменалар, еңел хеҙмәт теләйем, ут-хәтәрҙәр беҙҙең төбәкте бөтөнләй урап үтһен! 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: