Закон ҡабул ителгәндән һуң тәүге ике йылда эт хужалары өсөн был процедура бушлай буласаҡ. Иҫәпләүҙәр буйынса, беренсе йылда был маҡсатҡа 29 миллион, икенсеһендә 28 миллион һум кәрәк буласаҡ.
Артабан эттәрҙе идентификациялау һәм теркәү хужалар өсөн түләүле буласаҡ. Чип индивидуаль номерҙы үҙ эсенә ала, номерҙы сканер ярҙамында уҡып, белгес хайуан тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте, шул иҫәптән уның хужаһы тураһында мәғлүмәтте лә күрә ала. Төбәк парламенты депутаттары «Башҡортостан республикаһында йорт хайуандары тураһында» законға тейешле төҙәтмәләр әҙерләй. “Экология” милли проектына таянып эшләнгән законда, тәүге ике йылда эттәрҙе мотлаҡ чиплауҙы республика бюджетынан финансларға тәҡдим ителә.