-2 °С
Болотло
Янғындарҙың төп сәбәбе-халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе. Быйыл булған урман янғындары тәүге тәүлектә үк һүндерелгән. Был йәйҙең ямғырлы булыуы менән бергә комплекслы иҫкәртеү саралары ярҙамында өлгәшелгән. Улар урман биләмәләренең йыһан мониторингын, авиация һәм ер өҫтө патрулен, «Урман һаҡсыһы» системаһы камералары аша дистанцион күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала.
2025 йылда республикала тағы ун яңы «Урман һаҡсыһы» комплексын ҡуйыу планлаштырыла, был күҙәтелгән урман майҙанын ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк.