-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Декабрь , 15:09

Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы «аулауҙарын» нисек белергә?

Террорға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың һигеҙ айында илдә 110 теракт осрағы иҫкәртелгән, ошо енәйәттәргә ҡатнашлығы булған меңдән ашыу кеше ҡулға алынған.   Кешеләрҙе, тәү сиратта үҫмерҙәрҙе, енәйәтселек юлына баҫырға нимә этәрә һәм бынан нисек һаҡланырға?

Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы «аулауҙарын» нисек белергә?
Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы «аулауҙарын» нисек белергә?

Террорға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың һигеҙ айында илдә 110 теракт осрағы иҫкәртелгән, ошо енәйәттәргә ҡатнашлығы булған меңдән ашыу кеше ҡулға алынған.  

Кешеләрҙе, тәү сиратта үҫмерҙәрҙе, енәйәтселек юлына баҫырға нимә этәрә һәм бынан нисек һаҡланырға?

  1. «Еңел» аҡса тәҡдим итәләр

Башҡортостандан өс үҫмер 8, 11 һәм 12 йылға төрмәгә ябылды.

Үҫмерҙәр, бәлки, ниндәй етди енәйәт ҡылыуы тураһында уйламағандыр.  Ә асылда стратегик мөһим объектҡа үтеп инеп, поездарҙың туҡтауһыҙ хәрәкәтен тәьмин иткән реле шкафын емереүҙәре тимер юл хеҙмәткәрҙәренең һәм поезд пассажирҙарының ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

  1. Һеҙҙең ауыртҡан урындарға баҫалар

Асыҡтан-асыҡ теракттарға саҡырған, терроризмды аҡлаған һәм пропагандалаған өсөн суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны һәм 5 йыл да 6 айға тәрбиә колонияһына ебәреү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.

  1. Дуҫ булып ҡыланалар

Белгестәр билдәләүенсә, экстремистар һәм террорсылар рәтенә йышыраҡ үҙ фекере, донъяға ҡарашы ныҡлы формалашмаған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙен башҡаларҙан кәм тойған, рәнйетелгән йәки мин-минлектән арына алмаған үҫмерҙәр эләгә.

  1. Ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итәләр

Социаль селтәрҙәрҙә теракт ҡылыу һәм үҙ-үҙеңде үлтереүгә бәйле яңы яҙмалар барлыҡҡа килә.

Ата-әсәләргә нимә эшләргә?

Өлкәндәргә мөмкин булғанса балаларҙың мәғлүмәти диетаһын ҡәтғиләштерергә кәңәш итә. Ата-әсә баланың ниндәй социаль селтәрҙәрҙә, ниндәй төркөмдәрҙә ултырыуын, кем менән аралашыуын белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта бала һеҙгә кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһын өсөн ышаныслы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Яңғыҙ ҡалырға тырышһа, күп ваҡытын компьютер артында үткәрһә, кейем стилен үҙгәртһә, үҙенең уңышһыҙлыҡтарын башҡаларға япһара башлаһа, һағайырға кәрәк.

Баланың ялын ойошторорға тырышығыҙ. Уның ниндәй китаптар уҡыуына, ниндәй фильмдар ҡарауына иғтибар итегеҙ. Төрлө темалар буйынса фекер алышығыҙ, тәнҡитсел фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ.

Балаларға нимә эшләргә?

- Интернетта һаҡ булығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һеҙгә дуҫлыҡ тәҡдим иткән таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.

- Белеп ҡуйығыҙ: полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да интернет аша мөрәжәғәт итмәй һәм, әлбиттә, енәйәт ҡылырға саҡырмай.

- Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанмағыҙ. Террорсылар йыш ҡына кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн тап ошо алымдарҙы ҡуллана.

- Әгәр шикле эшмәкәрлектә ҡатнашырға тәҡдим итһәләр, баш тартығыҙ һәм был хаҡта өлкәндәргә хәбәр итегеҙ.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92.

Автор:
Читайте нас: