Ташбулатта хоккей майҙансығы
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Декабрь 2024, 07:40

56 гектар сүплек бөтөрөлгән

Республикала «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса өс федераль проект эшләй.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

56 гектар сүплек бөтөрөлгән
56 гектар сүплек бөтөрөлгән

Уларға «Таҙа ил», «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» һәм «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” проекттары инә.

 Әйтәйек, 2023 йылдың декабрендә «Таҙа ил» федераль проекты буйынса Дәүләкән, Благовещен, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында, 2024 йылдың сентябрендә – Стәрлетамаҡта һәм Күмертауҙа санкцияланмаған сүплектәр бөтөрөлгән.

 , – тип билдәләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы нияз фазылов. –

       Уларҙы таҙартыу буйынса эштәр 2022 йылдан алып бара, дөйөм алғанда 56 гектарҙан ашыу сүплек бөтөрөлгән, 500 меңгә яҡын кешенең экологик йәшәү шарттары яҡшырған.Законһыҙ сүп – сар майҙансыҡтарын бөтөрөүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуларҙың 1,5 миллиарды федераль бюджеттан бүленгән.

      «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» проектын тормошҡа ашырыу барышында 2022 йылда Благовещендағы Потеха йылғаһындағы быуаны һәм 2024 йылдың октябрендә Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыу тамамланған.Ошоноңменән 42 мең кеше өсөн экологик хәл яҡшырған.

     Шулайуҡ, «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2019 йылдан 13 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм ике полигон төҙөлгән.Атапәйткәндә, 2024 йылда Ҡыйғы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында яңы комплекстар файҙаланыуға тапшырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: