Район үҙәгенән 70 саҡрымда урын-лашҡан Нияҙғол ауылында янғын һүн-дереү депоһы асылыуы бында йәшәүселәр өсөн кәрәкле сара булды. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ауылдың фольклор төркөмө йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.
Тәүге булып һүҙ алған район хаки-миәте башлығы Илдар Нафиҡов барыһын да мөһим ваҡиға менән тәбрикләне. Ул яңы депо ауыл халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм янғын осрағында йорт-мөлкәтен һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
— Бөгөн беҙ янғын һүндереү посын асабыҙ. Ул утты тиҙерәк һүндерергә, тирә-яҡҡа таралмауына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирәсәк. Был эште атҡарып сығыуға ҙур өлөш индергән инвестор «Восток» идаралығы етәкселегенә рәхмәт. Улар пост төҙөүгә 2 миллион һум бүлеп, ҙур ярҙам күрһәтте, — тине Илдар Таһир улы. — Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл өсөн бындай пост кәрәк тип иҫәп-ләйем. Янғындар, бәлә-ҡазалар булмаһын, яңы йыл имен килһен тип теләйем.
Район етәксеһе депо төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән подряд ойошмаһы етәк-селәре Вадим Әбсәләмов менән Илнур Ялаловҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов янғын хәүефһеҙлеге республика һәм район етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуын белдерҙе.
— Башҡортостан Республикаһы Баш-лығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ирекле янғын һүндереү дружиналарына ярҙам күрһәтелә, уларҙың оҫталығын арттырыу маҡсатында конкурстар уҙғарыла. Быйыл тәүге тапҡыр «Хәүефһеҙ ауыл» республика конкурсы үткәрелде, еңеүсе ауылдар 2,5 миллион һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде, — тине Кирилл Сергеевич. — Нияҙғолдарҙы яңы йыл алдынан шәп бүләк алыуҙары менән ҡотлайым. Йылы бокста янғын һүндереү комплексы һәр ваҡыт әҙер торасаҡ. 10 тоннанан ашыу һыу һыйҙырышлы ер аҫты резервуары төҙөлөүе һәм скважина булыуы ла янғын осрағында утты тиҙ һүндерергә ярҙам итәсәк.
К. Первов янғын һүндереү дружина-һына өс комплект обмундирование бүләк итте.
Ауыл старостаһы Рәсүл Фәхретдинов нияҙғолдар исеменән рәхмәт белдерҙе.
— Быйыл ауыл өсөн ҡыуаныслы йыл булды. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» бай-рамын матур итеп үткәрҙек. Ауыл төҙөк-ләнде, балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Бөгөн килеп пост асылыуы ла беҙҙең өсөн ҡыуаныслы. Иғтибары һәм ярҙамдары өсөн Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динис Таһировҡа, район башлығы Илдар Нафиҡовҡа рәхмәт әйтәбеҙ, — тине Рәсүл Нуриәхмәт улы.
Йәнүҙә Рәхимова ауылдаштарын уттан һаҡ булырға саҡырҙы.
Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров Кирилл Первовҡа, Илдар Нафиҡовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Нияҙғолда биш кешенән торған янғын һүндереү дружинаһы эшләй. Яңы пост «Огнеборец» янғын һүндереү комплексы менән йыһазландырылған. Помпа, 500 литр һыйҙырышлы һыу цистернаһы булған янғын һүндереү ҡоролмаһы автомобилгә тағып йөрөтөлөүе менән уңайлы. Ҡунаҡтар ал таҫманы киҫкәс, яңы комплексты һынап ҡаранылар.
Янғын хәүефһеҙлеге көнүҙәк булған мәлдә ҙур бүләк алған Нияҙғол халҡын ҡотлайбыҙ һәм уларға хәүеф-хәтәр янамаһын тип теләйбеҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.