Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль , 15:18

Йылы ҡыш ни өсөн хәүефле?

Белгестәр ҡыштың йылы булыуын да хәүефле тип билдәләй. 

Йылы ҡыш ни өсөн хәүефле?
Йылы ҡыш ни өсөн хәүефле?

Ҡышын көндәрҙең йылы тороуы сәбәпле, яҙын йыландар баҫып инеүе ихтимал. Рәсәй шарттарында һөйрәлеүселәр өсөн ҡышлау үлемдең төп факторы булып тора. Улар тупраҡта ҡышлай, төрлө бушлыҡтарға үрмәләй. Ҡыш ҡаты булғанда һәм тупраҡ ныҡ туңғанда, яҙын кеҫәрткеләр һәм йыландар һаны ҡырҡа кәмей.

Йылы ҡыштан һуң тәбиғәттә йыландар күберәк буласаҡ, тимәк, беҙ уларҙы йышыраҡ осратасаҡбыҙ, һәм улар тоҡомдарын күберәк бирә.

Урманда һәм баҡса участкаларында һаҡ булырға кәрәк!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: