Хәүефһеҙлек
12 Февраля 2025, 07:23

Ҡыйыулығы «Һәләкәттән ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән билдәләнгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылдың июлендә батып барған дуҫын ҡотҡарырға маташҡан саҡта  бергә һәләк булған Курск өлкәһенән үҫмер Артем Жердевты миҙал менән бүләкләне. #ВладимирПутин

      "Экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткән өсөн «Һәләкәттән ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән билдәләргә", — тиелә документта.

       2024 йылдың июнендә 16 йәшлек Жердев Сейм йылғаһы эргәһенән үтеп  барғанда батып барған дуҫы Максим Зоринды күреп ҡала.

Максим  йөҙә белмәгән була. Жердев уны ҡотҡарырғаһыуға ташлана. Максимды тотоп, ул йөҙөп сығырға маташа, яр ситендәге ботаҡтарға тотонорға ынтыла, әммә  үҫмерҙәр һыуҙан ҡотола алмай, икеһелә бата.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас