Хәүефһеҙлек
8 Май 2025, 03:30

Янғын һүндереүселәр яңы махсус техника алды

Ошо көндәрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереү частарына һәм ирекле командаларына 13 берәмек янғын һүндереү автомобилдәрен һәм тағылма техникаһын тапшырҙы.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Янғын һүндереүселәр яңы махсус техника алдыЯнғын һүндереүселәр яңы махсус техника алды
Янғын һүндереүселәр яңы махсус техника алды

      - Беҙҙең бурыс - янғын һүндереү хеҙмәттәренең  матди-техник базаһын нығытыу. Янғынға ҡаршы хеҙмәттең мөһим күрһәткесе-кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу. Һәм был бурысты һеҙ уңышлы үтәйһегеҙ, - тине Радий Хәбиров тантанала сығыш яһап.

Янғын һүндереү-ҡотҡарыу автомобилдәре һәм тағылма техника Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө һәм Хәйбулла райондарына оҙатылды.

Шуны билдәләр кәрәк, Башҡортостанда янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереүҙең республика стратегик программаһы сиктәрендә яңы ҡорамалдар һатып ала.

Уға ярашлы,  2018 йылдан алып бөтәһе 40 берәмек махсус техника һатып алынған, республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәтенең һигеҙ подразделениеһы булдырылған, алты янғын депоһы төҙөлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас