Хәүефһеҙлек
20 Август 2025, 11:00

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Алдан иҫкәртеүгә етмәй, шулаймы?

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлегеИң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Бөгөн районда  Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Фәйзуллин, БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов, БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының ирекмәндәр кураторы Александра Таймолкина "Балалар хәүефһеҙлеге" тип аталған эш сәфәре менән булды. Уларҙың кинәт районға килеүенең төп сәбәбе, әлбиттә, һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә таралған видеояҙмалар.  Беҙҙең районда булған хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни өлкәнерәк класс уҡыусыларының бәләкәс класс уҡыусыһын йәберләүен бөтә республика халҡы күргәндер. Бүтән балалар ҙа ошо юлдан китмәһен өсөн, ундай хәлдәрҙе ҡабатлауға юл ҡуймаҫ өсөн балаларҙы алдан иҫкәртеү кәрәк. Бөгөнгө сараның төп маҡсаты ла шул ине.

Республика вәкилдәре иң тәүҙә "Ирәндек" лагерына юлланды.  Бында полиция, һаулыҡ һаҡлау, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм янғын һағы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған ине. Ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, уҡыусыларға юл-транспорт, янғын барышында һәм башҡа һәләкәт ҡорбандарына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең ғәмәли алымдары күрһәтелде, улар теге йәки был хәл-ваҡиғала үҙҙәрен практикала һынап ҡараны, ҡағиҙәләргә төшөндө. Сараны ойоштороусылар мәктәп уҡыусыларына махсус машиналарҙың һәм ҡорамалдарҙың ниндәй осраҡта нисек ҡулланылыуы тураһында ентекле һөйләне. Балалар техниканы ситтән генә ҡарап ҡалманы, үҙен ҡотҡарыусы ролендә күҙ алдына килтерҙе. Улай ғына түгел, ҡайһы берәүҙәр ҡотҡа­рыусыларҙың махсус кейемдәрен дә кейеп ҡараны. Үҙәк дауаханаһы хеҙмәт­кәрҙәре, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙ­ҙәре уҡытыусылары балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын аңлатты. Янғын-ҡотҡарыу часе хеҙмәткәрҙәренең импрови­зацияланған янғынды һүндереүен балалар иғтибар менән күҙәтте. Башҡа хеҙмәт вәкилдәре лә эш нескәлектәрен аңлатты – газды көнкүрештә хәүефһеҙ ҡулланыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен балалар иғтибар менән тыңланы. Бөтә саралар ""

Көндөң икенсе яртыһында район хакимиәтенең ултырыштар залында район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биәләмәләре башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары кәңәшмәгә йыйылды. Сараның төп маҡсаты – балаларҙы имен тормош ҡағиҙәләренә өйрәтеү, ә ололарға өйҙә, мәктәптә, юлдарҙа, урамдарҙа балаларҙың именлеге өсөн улар яуап­лы икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөү. Райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия рәйесе Ләйсән Ғибәҙәтова, опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Эльвира Ниғмәтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов балаларҙың хәүефһеҙлеге буйынса доклад тотто. 

- Балаларҙың хәүефһеҙлеге - дөйөм хәстәрлек. Уны булдырмау ололар намыҫында. Был берҙәм эште күмәкләшеп башҡарһаҡ, бәлки, үҫеп килеүсе быуын араһында фажиғәләр ҙә әҙерәк булыр ине, - тип тамамланы кәңәшмәне Ольга Юрьевна һәм барыһын да был осраҡта битараф булмаҫҡа саҡырҙы. 

 

 

 

 

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас