

4 июндә 1996 йылғы егет мотошлемһыҙ, дәүләт теркәү билдәләре булмаған «Альфа Вортекс» маркалы мопед менән идара итеп, Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлында ҡаршы һыҙатҡа сыға. Руль менән идара итә алмайынса, ҡаршы килгән йөк автомобиле менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мопед водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында вафат була.
13 июндә Йәнекәй – Яңы Балапан юлында 1992 йылғы водитель иҫерек килеш юл ситенән хәрәкәт итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Ул 2008 йылғы, Яңы Балапан урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған, водитель танытмаһы булмайынса «Альфа» мопеды менән идара иткән уҡыусы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 2008 йылғы уҡыусы ваҡиға урынында йән биргән.
16 июнь Аэропорт – Магнитогорск юлында 2004 йылғы егет эскән килеш ВАЗ-21101 автомобиленең руле менән идара итә алмайынса, юлдан төшөп китә. Водитель алған тән йәрәхәттәренән фажиғә урынында вафат була.
28 июнь Асҡар – Баймаҡ юлында тағы ла аяныслы юл фажиғәһе теркәлә. Бында иһә 3 йәш кешенең ғүмере өҙөлә. 2003 йылғы егет, водитель танытмаһы булмайынса, уҙып китеү тыйылған арауыҡта «Хендай Солярис» автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм йөк тейәгән КамАЗ машинаһына бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 2003 йылғы водителе, 1997 һәм 1994 йылғы пассажирҙары «Ашығыс ярҙам» машинаһы килгәнсе ваҡиға урынында йән бирә.
9 августа Аэропорт – Магнитогорск трассаһында 1970 йылғы ҡатын «Мазда-3» автомобилендә рул менән идара итә алмайынса ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Лада Приора» автомобиле менән бәрелешә. Был юл фажиғәһенең төп сәбәбе — ҡойма ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән кәлейәләр. Кәлейәләргә йыйылған һыу өйөмө автомобилде ҡаршы һыҙатҡа алып ташлай. Көслө аварияла «Мазда-3» автомобиленең водителе, 1967, 1968 йылғы ике пассажиры һәм «Лада Приора» автомобиленең 1995 йылғы пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Ҡурҡыныс фажиғәлә иҫән ҡалған «Лада Приора» автомобиле водителгә һәм ошо уҡ машинала булған 2, 9, 12 йәшлек балаларға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Статистика буйынса, йыш ҡына юл фажиғәләренең үлемесле осрағы сәбәптәре: водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы, тиҙлек арттырыу, машиналар араһындағы арауыҡты күҙәтмәү, ҡаршыға килгән машина юлына сығыу. Үрҙә һанап үтелгән аварияларҙың да төп сәбәптәре шулар.
Д. Х. Мөхәмәтдинов, Әбйәлил районының Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һандар үҙҙәре үк һөйләй. Республика биләмәһендә авариялар күбәйҙе. Йыл башынан алып 146 юл фажиғәһендә 173 кеше һәләк булған һәм 84 кеше йәрәхәтләнгән. Республиканың 11 районында юл-транспорт ваҡиғалары күбәйеүе күҙәтелә. Был статистикала Учалы районынан ҡала килә Әбйәлил районы икенсе урынды биләй. Йыл башынан алып юл-транспорт фажиғәһе 28 осраҡ теркәлгән, унда 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 29 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Аварияларҙа үлем осраҡтары буйынса ла Өфө районынан ҡала килә икенсе урында торабыҙ. Был аяныслы хәл.