Хәүефһеҙлек
27 Август 2025, 12:37

Өфөлә наркотиктар менән ағыуланыусылар күберәк теркәлгән

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2025 йылдың ғинуар–июль айҙарында наркотиктар менән ағыуланыу осраҡтары тураһында мәғлүмәт биргән.

Өфөлә наркотиктар менән ағыуланыусылар күберәк теркәлгәнӨфөлә наркотиктар менән ағыуланыусылар күберәк теркәлгән
Өфөлә наркотиктар менән ағыуланыусылар күберәк теркәлгән

Өфө проблема үҙәгендә: теркәлгән 125 осраҡтың 96-һы төбәктең баш ҡалаһында булған.

Республикала тыйылған матдәләр менән ағыуланыуҙың бөтәһе 125 осрағы теркәлгән, шуларҙың 63-ө үлемгә килтергән. 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ағыуланыуҙар һаны 26 процентҡа, ә үлем осраҡтары 34,4 процентҡа кәмегән. 100 мең кешегә ағыуланыу күрһәткесе 4,2-нән 3,1-гә тиклем кәмегән, был ыңғай динамика.

Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡта-5, Белоретта һәм Өфө районында — 4 — әр, Нефтекамала һәм Салауатта 3-әр осраҡ теркәлгән. Туймазыла - 2, Бәләбәйҙә, Дүртөйлөлә, Мәләүездә, Октябрьскийҙа, Благовещенда, Иглин, Краснокама һәм Туймазы райондарында берәр осраҡ теркәлгән.

Ағыуланыуҙың дөйөм һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, ҙур ҡалаларҙа, айырыуса Өфөлә, хәл ҡатмарлы булып ҡала. Роспотребнадзор хәлде күҙәтеүен дауам итә һәм иҫкәртеү сараларын көсәйтә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас