Төбәк бюджеты иҫәбенә бөтәһе 700 меңдән ашыу янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма таратылған. Шуларҙың 58 меңдән ашыуы 2025 йылда.
- Республикала 16 категорияға ҡараған кешеләр бушлай янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма алырға хоҡуҡлы, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. – 2025 йылдан улар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә инә.
Был приборҙар ярҙамында Башҡортостанда 1 300 – ҙән ашыу кеше ҡотҡарылған, шуларҙың 493-ө балалар. Мәҫәлән, 6 февралдә Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта янғын сығып тауыш сигналы 13 кешене, шул иҫәптән биш баланы ҡотҡарырға ярҙам иткән.
2024 йылдан Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе GSM-модуле булған янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмалар менән тәьмин итеү пилот проекты эшләй башлай. Ҡорамалдар бер үк ваҡытта биш адресатҡа хәүеф сигналын ебәрә. Был тәжрибәне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Александр Куренков Башҡортостанға сәфәре барышында ыңғай билдәләне. Республика тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә индереү кәрәклеген әйтте ул.
Башҡортостанда GSM-модулле ҡоролма 713 өйгә тапшырылған. 2025 йылда бындай системалы ҡоролманан 77 сигнал теркәгән. Был һигеҙ кешене янғындан ҡотҡарырға мөмкинлек биргән.