Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә – яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Алексей Перонко хәбәр итеүенсә, Ағиҙел бассейны йылғалары март аҙағында-апрелдең беренсе декадаһында асыласаҡ, норманан дүрт – биш көнгә иртәрәк. Һаҡмар һәм Оло Эйек йылғалары норманан биш көнгә тиклем иртәрәк асылыуы көтөлә.
Һыуҙың максималь кимәле нормаға яҡын буласаҡ. Өфө ҡалаһы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында – 640-740 сантиметр, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә 330-430 сантиметр тәшкил итәсәк.
***
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов яҙғы ташҡындың аварияһыҙ үтеүенә әҙерлекте ғәҙәттәгесә ваҡиғалар үҫешенең иң насар варианты буйынса ойошторғандар. Бындай сценарийға ярашлы, 44 муниципалитетта 313 тораҡ пункт һыу баҫыу ихтималлығы зонаһына эләгеүе ихтимал, уларҙа яҡынса 22 мең торлаҡ йорт урынлашҡан, унда 86 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Ведомство-ара үҙ-ара эш итеүҙе координациялау өсөн төбәк һәм муниципаль оператив штабтар төҙөлгән. 13 меңдән ашыу кеше, 3,8 мең берәмек техника һәм 225 йөҙөү сараһы әҙерлеген. Дөйөм һыйҙырышлылығы 45 меңдән ашыу кеше булған ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнә.
Һыу объекттарында потенциаль тығындар хәүефле Шишмә районының Өршәк йылғаһында, Архангел һәм Белорет райондарының Инйәр йылғаһында үткәрелгән. Бындай эштәр Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында бара.
***
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов республика милкендә 16 район һәм бер ҡала биләмәһендә урынлашҡан 27 гидротехник ҡоролма (ГТС) булыуын билдәләне. Уларҙың барыһы ла ташҡынды үткәрергә әҙер.
2025 йылда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн 135 миллион һумға торошло ГТС – тарҙы таҙартыу һәм капиталь ремонтлау үткәрелгән, шуларҙың 120,5 миллионы - федераль бюджет аҡсаһы. 2026 йылға планда Һаҡмар һыуһаҡлағысын капиталь ремонтлауҙы тамамлау һәм Йомағужа гидроузелы буйынса эштәрҙе дауам итеү тора.