Хәүефһеҙлек
18 Мая , 12:10

Һунарсылар өсөн түләүҙәр раҫланды

Башҡортостанда һунарсыларға төлкө, бүре һәм һоро айыу аулаған өсөн түләүҙәр раҫланды. Хәҙер ауланған хайуандың төрөнә ҡарап 3 меңдән 50 мең һумға тиклем аҡса түләнә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Һунарсылар өсөн түләүҙәр раҫландыҺунарсылар өсөн түләүҙәр раҫланды
Һунарсылар өсөн түләүҙәр раҫланды

Һунарсыларға һәр төлкө өсөн 3 мең һум, бүре өсөн 30 мең һәм һоро айыу өсөн 50 мең һум түләнә. Аҡса республика бюджетынан бүленә. Түләүҙәрҙе БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тормошҡа ашырасаҡ.

Аҡса алыу өсөн һунарсы Экология министрлығына ғариза, паспорт күсермәһе һәм хайуанды аулау тураһында акт менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

Акт алыу өсөн ғариза биреүсе район ветеринария станцияһы белгесенә атылған төлкө, бүре, һоро айыуҙы (тиреһен) тикшереүгә, шулай уҡ һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын тапшыра.

Төлкө һәм бүре тиреләре менән кәүҙәһен бергә күрһәтергә кәрәк. Айыу өсөн түләү алыу өсөн тиреһен генә күрһәтергә мөмкин. Хайуан ҡалдыҡтары яңы, эшкәртелмәгән һәм тоҙло булмаҫҡа тейеш, был уларҙың төрөн хатаһыҙ билдәләргә мөмкинлек бирә. Алынған Акт түләү өсөн нигеҙ булып тора.

Аҡса һунарсы иҫәбенә документтарҙы тикшергәндән һуң өс ай эсендә күсерелә. Тиреләрен һунарсы үҙендә ҡалдыра йәки утилизацияға тапшыра ала.

Түләүҙәр министрлыҡҡа еткерелгән ошо маҡсатҡа бюджет ассигнованиелары сиктәрендә башҡарыласаҡ. Ведомство йыл һайын 25 декабргә тиклем киләһе йылда түләргә тейешле төлкөләр, бүреләр һәм айыуҙар һанын раҫларға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас