Хәүефһеҙлек
21 Мая , 03:35

Юл камераларын хеҙмәтләндереүгә подрядсы кәрәк

Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат рәүештә фотовидеотеркәү системаһын сафта тотоу өсөн подрядсы эҙләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юл камераларын хеҙмәтләндереүгә подрядсы кәрәкЮл камераларын хеҙмәтләндереүгә подрядсы кәрәк
Юл камераларын хеҙмәтләндереүгә подрядсы кәрәк

Был маҡсатҡа 178,1 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтергә әҙерҙәр. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 4 июнгә тиклем ҡабул ителә, процедураға йомғаҡ 9 июндә яһала.

Хеҙмәттәр 2026 йылдың 17 июленән 2027 йылдың 16 июленә тиклем күрһәтелергә тейеш. Финанслау сығанағы булып төбәк бюджеты сығыш яһай.

Башҡарыусы бөтәһе 292 комплексты хеҙмәтләндерергә тейеш, уларҙың күпселеге “Кречет-СМ” системалы(129 берәмек).

Подрядсы комплекстарҙы һәм уларҙың программаларын тәүлек әйләнәһенә эшләй торған хәлдә тоторға, иҫкәртеү, хеҙмәтләндереү, техник торошон контролдә тотоп ремонт үткәрергә тейеш. Әгәр комплекс 23 сәғәттән артыҡ эшләмәһә, бындай смена өсөн түләү юҡ, ә тәүлегенә бөтә комплекстарҙың 6 процентынан ашыуы эшләмәһә, смена тулыһынса иҫәпкә алынмай.

Башҡарыусы шулай уҡ “Паутина” һәм “Дорис Платформа” системаларына мәғлүмәт тапшырыуҙы тәьмин итергә бурыслы. Юл камераларын хеҙмәтләндереүсе подрядсы ЦОДД логотибы менән брендланған автомобилде ҡулланырға тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас