Хәүефһеҙлек
25 Мая , 12:14

Ҡалдыҡтарҙың 84 проценты утилләштерелә

Башҡортостанда 2025 йылда 12,34 миллион тонна ҡалдыҡ барлыҡҡа килгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡалдыҡтарҙың 84 проценты утилләштереләҠалдыҡтарҙың 84 проценты утилләштерелә
Ҡалдыҡтарҙың 84 проценты утилләштерелә

Шуларҙың 10,33 миллион тоннаһы, йәғни дөйөм күләмдең 83,7 проценты утилләштерелгән.

2024 йыл менән сағыштырғанда республикала ҡалдыҡтар 2,4 миллион тоннаға кәмегән (14,78 миллион тонна булған). Былтыр 12 миллион тонна ҡалдыҡ, йәғни 81 процент утилләштерелгән.

2025 йылда ҡалдыҡтарҙы һаҡлау объекттарына 4 млн тонна сүп-сар килтерелгән. Күрһәткес 2024 йыл менән сағыштырғанда артҡан.

Ҡалдыҡтарҙың тулайым күләменең күпселек өлөшөн сәнәғәт сүп-сарҙары тәшкил итә. Йорт хужалыҡтарында һәм офистарҙа барлыҡҡа килгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың ундан бер өлөшөнән кәмерәге тура килә. Былтыр республикала 1,04 миллион тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килгән, уларҙың 46 проценты торлаҡ секторҙан сығарылған.

481,1 мең тонна коммуналь ҡалдыҡтар эшкәртеүгә, 30,4 мең тонна утилләштереүгә, 922,3 мең тонна коммуналь ҡалдыҡтар полигондарҙа күмелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас