Хәүефһеҙлек
11 Июня , 05:44

Юл камераларын тотоуға өҫтәмә аҡса бүленә

Башҡортостанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат рәүештә фотовидеотеркәү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә яңы һатып алыу иғлан ителде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юл камераларын тотоуға өҫтәмә аҡса бүленәЮл камераларын тотоуға өҫтәмә аҡса бүленә
Юл камераларын тотоуға өҫтәмә аҡса бүленә

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 397,4 млн һум. Заказсы булып «БР юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге» сығыш яһай.

 “Транспорт сараларының теркәү билдәләре һүрәтен таныу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат рәүештә фотовидеотеркәү системаһын тотоу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүҙең маҡсаты — комплекстарҙы тәүлек әйләнәһенә эшкә яраҡлы хәлдә тотоу һәм уларҙы профилактикалау, хеҙмәтләндереү, техник торошон контролдә тотоу һәм ремонтлау буйынса даими хеҙмәттәр күрһәтеү, уларҙы программа менән тәьмин итеү", - тиелә техник заданиела.

Контракт шарттары буйынса, башҡарыусы 621 «Автоураган-ВСМ2» фотофиксы комплексын хеҙмәтләндерергә тейеш. Улар республиканың ҡала һәм райондарында, шулай уҡ М-5 һәм М-7 федераль трассаларында урынлашҡан. Камераларҙың бер өлөшө яңы урындарҙа — Өфөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Белоретта, Магнитогорск — Ира трассаһында, Мораҡ ауылында һәм башҡа урындарҙа яңынан ҡуйылыуы мөмкин.

Контрактты үтәүсе үҙ иҫәбенә комплекстарҙы электр менән тәьмин итергә бурыслы.

Эш контрактҡа ҡул ҡуйылғандан һуң бер йыл эсендә башҡарылырға тейеш. Хеҙмәттәр республика бюджеты средстволарынан түләнә.

Подрядсы һайлау буйынса конкурсҡа ғаризалар 26 июнгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене 1 июлдә аукционда һайлау күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас