Хәүефһеҙлек
7 Июля , 04:21

Ҡайһы бер хайуандарҙы аулау лимиттары артасаҡ

Башҡортостан Республикаһында һунар ресурстарының өс төрөнә ҡарата аулау лимиттарын арттырыу тәҡдим ителә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡайһы бер хайуандарҙы аулау лимиттары артасаҡҠайһы бер хайуандарҙы аулау лимиттары артасаҡ
Ҡайһы бер хайуандарҙы аулау лимиттары артасаҡ

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан әҙерләнгән республика башлығы бойороғо проектына ярашлы, 2026-2027 йылдарҙағы һунар миҙгелендә һунарсыларға күберәк айыу, мышы һәм ҡоралай аулау мөмкинлеге биреләсәк.
Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр буйынса, 2026 йылдың 1 авгусынан 2027 йылдың 1 авгусына тиклемге осорҙа 3391 баш мышы аулауға лимит билдәләргә ниәтләнә. Сағыштырыу өсөн, үткән миҙгелдә был күрһәткес 3256 баш тәшкил иткән. Ҡоралайҙарға ҡарата лимитты 3272-нән 3529-ға тиклем, ә һоро айыуҙарға 600-ҙән 631-гә тиклем арттырыу күҙаллана.
Шул уҡ ваҡытта, һеләүһен аулауға ҡарата сикләүҙәр элекке кимәлдә ҡала – 77 хайуандан артыҡ түгел. Ә боланға лимитты 16-нан 11-гә тиклем, бурһыҡҡа 880-дән 843-кә тиклем кәметеү тәҡдим ителә.
Мәғлүмәт өсөн: 2024-2025 йылдар миҙгелендә республикала һунарсыларға 3412 мышы, 3312 ҡоралай, 82 һеләүһен, ете болан, 578 айыу һәм 864 бурһыҡ ауларға рөхсәт ителгән булған.
Әйткәндәй, Башҡортостанда быйылдан башлап төлкө, бүре һәм һоро айыуҙарҙы аулаған өсөн аҡсалата түләүҙәр ҡаралған. Айыу өсөн 50 мең һум, бүре өсөн – 30 мең, ә төлкө өсөн 3 мең һум күләмендә түләүҙәр бирелеүе ихтимал.
Төбәктең Экология министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда һоро айыу, төлкө һәм бүре популяциялары рөхсәт ителгән сиктәрҙән артып киткән. Үрсегән йыртҡыстар кешеләргә хәүеф тыуҙыра, ауылдарға инә һәм тәбиғи балансты боҙа. Шуға ҡарамаҫтан, һунарсылар был төрҙәрҙе аулауға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас