Хәүефһеҙлек
7 Июля , 05:55

Башҡортостан юл камералары һаны буйынса тәүге өс төбәккә инә

"ПромРейтинг" тикшеренеү агентлығы тарафынан төҙөлгән юл камералары һаны буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан үҙенең өсөнсө урынын һаҡлап ҡала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Башҡортостан юл камералары һаны буйынса тәүге өс төбәккә инәБашҡортостан юл камералары һаны буйынса тәүге өс төбәккә инә
Башҡортостан юл камералары һаны буйынса тәүге өс төбәккә инә

Июль башына ҡарата республикала 2290 автоматик фото- һәм видеофиксация ҡоролмаһы эшләй. Был күрһәткес йыл башына ҡарағанда 11,1 процентҡа, йәғни 232 берәмеккә артҡан.

Рейтингта Мәскәү 14 265 камера менән лидерлыҡты бирмәй. Икенсе урында Краснодар крайы, унда 3046 автоматик теркәү ҡоролмаһы ҡуйылған. Топ-10-ға шулай уҡ Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Һамар, Новосибирск, Свердловск, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре инә.

Йыл башынан рейтингтың тәүге алты позицияһында үҙгәрештәр булманы. Етенсе урынды Новосибирск өлкәһе биләй, ул йыл башында рейтингта юҡ ине. Бында ярты йыл эсендә 325 яңы ҡоролма ҡуйылған. Свердловск өлкәһе һигеҙенсе урынды һаҡлап ҡала. Һарытау өлкәһе ике баҫҡысҡа түбән төшөп, туғыҙынсы урынға эләгә. Чукот өлкәһе бер баҫҡысҡа төшөп, унынсы урынды биләй. Ленинград өлкәһе иһә топ-10-дан төшөп ҡалған.

Йылдың беренсе ярты йыллығында юл камералары һанын арттырыу буйынса Ярославль өлкәһе (+742), Мәскәү (+652) һәм Брянск өлкәһе (+493) алдынғылар булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас