Хәүефһеҙлек
15 Июль , 04:05

Юл камераларын хеҙмәтләндереү өсөн яңы подрядсы билдәләнде

Республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүсе системаларҙы хеҙмәтләндереү буйынса эштәрҙе «Ростелеком» компанияһы башҡарасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юл камераларын хеҙмәтләндереү өсөн яңы подрядсы билдәләндеЮл камераларын хеҙмәтләндереү өсөн яңы подрядсы билдәләнде
Юл камераларын хеҙмәтләндереү өсөн яңы подрядсы билдәләнде

БР юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге иғлан иткән тендерҙа ошо ойошма берҙән-бер дәғүәсе булараҡ еңеп сыҡты. Килешеүҙең дөйөм хаҡы 397,4 миллион һум тәшкил итә.
Контракт шарттарына ярашлы, подрядсы республика буйлап урынлаштырылған 621 «Автоураган-ВСМ 2» комплексын тәртиптә тоторға тейеш. Был камералар ҡалаларҙа, райондарҙа, шулай уҡ М-5 һәм М-7 федераль трассаларында ҡуйылған. Бынан тыш, килешеүҙә ҡайһы бер ҡорамалдарҙы яңы урындарға күсереү ҡаралған. Был эштәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Октябрьский, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ Магнитогорск — Ира юлында һәм Мораҡ ауылында башҡарыласаҡ.
«Ростелеком» белгестәре камераларҙың тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшләп тороуын, программа тәьминәтен яңыртыуҙы һәм техник ремонтты үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ системаны электр энергияһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә подрядсы яуаплылығында.
Хеҙмәттәр бер йыл дауамында күрһәтеләсәк, ә эштәр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә түләнәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас