

«БР урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы 58 «аҡыллы» камераны ҡуйыу, тоташтырыу һәм көйләү өсөн подрядсы эҙләй.
Һатып алыу шарттарына ярашлы, башҡарыусы мачталарға көмбәҙле PTZ-камералар — ярымшар формаһындағы цифрлы видеокүҙәтеү ҡоролмаларын монтажларға тейеш, улар алыҫтан борола, ауыша һәм һүрәтте яҡынайта ала. Улар мәғлүмәтте селтәр аша тапшыра һәм ҙур асыҡ территорияларҙы контролдә тоторға яраҡлы.
"Видеокүҙәтеү камералары бейеклеге 25 метрҙан кәм булмаған һәм унан да бейегерәк объекттарҙа, мөмкин тиклем түбәһенә яҡыныраҡ ҡуйылырға һәм 360 градус радиусы һәм 15 километрҙан кәм булмаған алыҫлыҡтағы территорияны визуаль тикшереүҙе тәьмин итергә тейеш», — тиелә техник заданиела.
Заказсы компанияға кәрәкле ҡорамалдарҙы тапшырасаҡ. Контрактты үтәүсе шулай уҡ камералар ҡуйылырға тейешле координаталарҙың теүәл исемлеген аласаҡ. Күрһәтелгән монтаж нөктәһенән тайпылыш 1 км-ҙан артмаҫҡа тейеш.
Подрядсы калибрлау, горизонттарҙы һәм рельефты иҫәпләү, ҡуйылған видеокамераларҙы «Урман һаҡсыһы» мониторингы һәм идара итеү программа тәьминәтенә көйләү һәм тоташтырыу бурысын үтәй.
Камералар 1 октябргә тиклем ҡуйылырға һәм 2026 йылдың 31 декабренә тиклем ҡабыҙылырға тейеш. Эштәр республика бюджеты средстволарынан түләнә. Контрактты башҡарыусыны 27 августа аукционда һайлап алыу планлаштырыла.