Хәүефһеҙлек
10 Сентября , 10:48

Яңы технологиялар урман һағында

Республикала “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының (федеральный проект «Сохранение лесов») “Экологик именлек” милли проектына ярашлы "Урман һаҡсыһы" тигән системаны тормошҡа ашырыу маҡсатында, урман массивтарына видеокамералар урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарыусыһы билдәләнгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яңы технологиялар урман һағындаЯңы технологиялар урман һағында
Яңы технологиялар урман һағында

Аукционда берҙән-бер ҡатнашыусы булған "Башинформсвязь" компанияһы 16,9 миллион һумға контракт алған. Был проектты тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – урман янғындарын иҫкәртеү һәм тиҙ арала асыҡлау. Республика урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге заказдарҙы башҡарасаҡ. Урман хужалығында 58 махсус "аҡыллы" камера ҡуйыласаҡ. Улар 25 метр бейеклектәге мачталарға йәки башҡа ҡоролмаларға беркетеләсәк. Камералар тәүлек әйләнәһенә эшләп, 360 градусҡа тиклем күҙәтеү алып барасаҡ һәм 15 километрға тиклем алыҫлыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы асыҡ күрһәтәсәк.

Йыйылған мәғлүмәттәр идара итеү үҙәгенә тапшырыласаҡ. Янғындың тәүге билдәләре, мәҫәлән, төтөн йәки асыҡ ут, автоматик рәүештә асыҡланасаҡ һәм диспетчерҙарға хәүеф тураһында сигнал ебәреләсәк.

Камераларҙы монтажлау эштәре 1 октябргә тиклем тамамланырға тейеш, ә системаны тулыһынса тоташтырыу 2026 йыл аҙағына ҡарай. "Урман һаҡсыһы" системаһын киңәйтеү өсөн аҡса республика бюджетынан бүленә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас