Унда ил буйынса конкурс аша һайлап алыуҙан һуң 213 белем биреү ойошмаһы еңеүсе булған, улар араһында Башҡортостандан 25 ойошма бар. «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы федераль бюджеттан 90 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итә.
2023 йылда балаларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәренә), шулай уҡ балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән субсидиялар формаһында федераль бюджеттан гранттар биреүгә конкурс һайлап алыуында төрлө йүнәлештәге 25 ойошма (балалар баҡсалары, мәктәптәр, Республика йәштәр сәйәсәте комплексы һәм ғаилә үҙәктәре) еңеү яулаған.
“Федераль бюджеттан гранттың дөйөм суммаһы 90 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, шунан сығып һәр белем биреү ойошмаһы 2 миллиондан 10,4 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Аҡса баланы үҫтереү, тәрбиәләү, уҡытыу һәм социалләштереү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләгән граждандарҙың ғәмәлдәрен планлаштырыу мәсьәләләрендә ата-әсәләргә консультациялар биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлтелә” - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Проект сиктәрендә һәр ата-әсә белгестәрҙән балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса консультация ала аласаҡ. Консультациялар был үҙәктәрҙә шәхси ҡабул итеү аша йәки ситтән тороп уҙғарыла. Бынан тыш, белгестәр төпкөл ауыл биләмәләренә сығып ата-әсәләре өсөн консультациялар ойоштора ала.