Дүрт йыл эсендә Башҡортостан Республикаһында «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында 598 мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» һанлы тәбиғи-фәнни һәм гуманитар профилле үҙәктәр асылған. Унда «Информатика», «Технология», «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре», «Химия», «Биология», «Физика» предметтары буйынса уҡыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник база яңыртылған.
«Үҫеш нөктәләре»ндә уҡыусылар яңы заманса компьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләй, квадрокоптерҙар менән идара итә, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдарын үҙләштерә ала. Түңәрәктәрҙә һәм дәрестәрҙә уҡыусылар шахмат серҙәренә өйрәнә, фотостудияларҙа шөғөлләнә, үҙҙәренең медиапродукттарын әҙерләй аласаҡ.
Әлеге 216 мәктәп яңы уҡыу йылы башынан физика, химия, биология буйынса уҡыу ҡорамалдары комплекттарын, атап әйткәндә һанлы лабораториялар, лаборатория эштәре һәм күрһәтеү тәжрибәләре өсөн ҡорамалдар; химия буйынса төп дәүләт имтиханы йыйылмаларын, һанлы микроскоптар, шулай уҡ ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар алды.
«Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре ярҙамында ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүсе уҡыусылар заманса технологиялар менән эшләргә өйрәнә. «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре мәктәптәрҙең визит карточкаһына әүерелә. Яңы ҡорамалдар, логотиптар, ремонтланған кабинеттар былар барыһы ла балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындыра, педагогтарҙы илһамландыра.