Мәғариф
20 Апреля 2023, 12:15

Уҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслау 70 миллион һумға етә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Республика биләмәһендә мәктәп уҡыусыларының башланғыстарына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү тураһында»ғы указға үҙгәрештәр индереү хаҡында указға ҡул ҡуйған.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслау 70 миллион һумға етәУҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслау 70 миллион һумға етә
Уҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслау 70 миллион һумға етә

Указдағы үҙгәрештәр уҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслауҙы 40-тан 70 миллион һумға тиклем арттырыуға ҡағыла. Шулай уҡ инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса совет составы үҙгәргән, уға «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы Фәнис Ғилванов ингән. Ул ассоциацияның элекке етәксеһе Борис Нурисламовты алмаштырған.

    Әйткәндәй, Башҡортостанда мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекттарын һайлап алыу һәм предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса конкурсҡа ғаризалар 2023 йылдың 16 майына тиклем ҡабул ителә. Конкурс буйынса һайлап алыуҙың яңы тәртибенә ярашлы, Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре лә проектта ҡатнаша ала, әммә һәр мәктәп тик бер генә проект тәҡдим итә ала. Проекттың уңышы үҙенең белем биреү учреждениеһы проблемаларына битараф булмаған инициативалы һәм креатив уҡыусыларҙың әүҙемлегенә бәйле.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас