Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йәш педагогтары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«2024 йылдың 1 ғинуарынан белем биреү ойошмаларында эшләгән һәм мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырған йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәр береһе 575 мең һумлыҡ 50 грантын булдырырға», - тиелә указдың тексында.
Республика хөкүмәтенә Башҡортостан Башлығы гранттары тураһында положениены һәм уларҙы түләү тәртибен раҫларға ҡушылды.