Ул был турала «Талант һәм уңыш» фондының попечителлек советы ултырышында белдерҙе.
"Әлеге барған педагог һәм остаз йылы - хеҙмәтегеҙгә тәрән хөрмәт күрһәтеүҙең тағы бер билдәһе. Уҡытыусыларға ярҙам сараларын мотлаҡ киңәйтәсәкбеҙ", - тине Путин Уҡытыусылар көнө менән ҡотлауҙа.
Рәсәйҙә уҡыусылар һәм педагогтар өсөн эҙмә-эҙлекле рәүештә заманса белем биреү мөхите булдырыла, уҡытыусылар ҡатнашлығында дәреслектәр һәм белем биреү программалары яңыртыла, тип аңлатты президент.
"Беҙ мәктәптәрҙе әүҙем төҙөүҙе, булғандарын ремонтлауҙы дауам итербеҙ. Ә был уҡытыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә уңайлыраҡ эш шарттары", - тип өҫтәне ул.